Тағы ла 112 саҡрымда эш тамамланыу алдында.. Ремонт эштәре тотош республика буйынса алып барыла. Программаны ғәмәлгә ашырыуға 4 миллиард һум аҡса бүленгән. Финанслау киләһе йыл да шул кимәлдә ҡала. Иглин районы халҡын күптән борсоған Иглин-Алаторка арауығында ла эш тамамланыу алдында. Улар буйлап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина үтте.
Төҙөк юлдар - Алаторка ауылы халҡының күптәнге хыялы. Район үҙәгенә илткән трасса үҙәккә үткән. Быға тиклем урындағы автоһәүәҫкәрҙәргә соҡорло юлдан сәғәтенә 20 саҡрым тиҙлек менән генә йөрөргә тура килгән. Тиҙлекте арттырған осраҡта, тәгәрмәсһеҙ ҡалыу янаған.
Әле юл ҡатламы һүтелгән, яңы асфальт түшәлгән. Ике йыл элек башланған төҙөлөш ошо көндәрҙә тамамланырға тейеш. Объектты ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу маҡсатында төҙөүселәр ялһыҙ эшләй. Юлсылар ямғырһыҙ көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша.
Тротуарҙарҙан башҡа, юлда тағы ла бер уңайлыҡ - туҡталыштар барлыҡҡа киләсәк. Юлдан район үҙәгенән баш ҡалаға маршрут автобусы үтә. Йылдар дауамында ямғыр йәки ҡар аҫтында йәмәғәт транспортын көтөү хәҙер инде тарихта ҡаласаҡ.
Юлдарҙы ремонтлау тотош республика буйынса алып барыла. Проблемалы участкалар исемлеге халыҡ мөрәжәғәттәренә нигеҙләнеп төҙөлгән. Программа киләһе йыл да дауам итәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина






