Мәктәптәрҙә балаларға комплекслы психологик ярҙам күрһәтеләсәк

Белем усаҡтарын медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итергә, транспорт сараларын газ яғыулығына күсерергә. Башҡортостан Башлығы рәйеслегендә уҙған бөгөнгө оператив кәңәшмәлә уҡыусыларҙың сәләмәтлеге, Шайморатов кластарының эшмәкәрлеге һәм зәңгәр яғыулыҡты ҡулланыу даирәһен киңәйтеү хаҡында һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Оператив кәңәшмәлә ҡаралған төп темаларҙың береһе уҡыусыларҙың сәләмәтлеге менән бәйле.Әлеге ваҡытта мәғариф учреждениеларында 1 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре эшләй. Киләһе йылдан белем усаҡтарында балаларға комплекслы психологик ярҙам күрһәтеү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыла башлай. Тәүге этапта Өфөлә 3 кабинет асыу ҡаралған. Радий Хәбиров «Ҡанатлан» проекты сиктәрендә асылған стоматология кабинеттарын табиптар менән тәьмин итеүҙе контролдә тоторға ҡушты. Стоматологтарҙа уҡыусылар ҙа, педагогтар ҙа тештәрен дауалай ала.

Мәғариф өлкәһенә ҡағылған тағы ла бер тема Шайморатов кластары буйынса. Әле республикала 200-гә яҡын синыф легендар генералдың исемен йөрөтә. Шайморатовсылар башҡа уҡысыларҙан берҙәм форма менән айырылып тора һәм киңәйтеләгән уҡыу планы буйынса белем ала. Радий Хәбиров һан артынан ҡыумаҫҡа, иғтибарҙы сифатҡа йүнәлтергә ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Республикала зәңгәр яғыулыҡ селтәрен һуҙыу, транспорт сараларын газ яғыулығына күсереү хаҡында ла һүҙ барҙы. «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов әйтеүенсә, быйыл компанияның Башҡортостан буйынса инвестиция программаһы 5 миллиард һумдан ашыу, Киләһе йыл Дүртөйлө-Әшет автотрассаһын төҙөү менән бәйле эш күләме артыуы көтөлә, юл 6 урында газ трассаһы аша үтә. Республикала тораҡ пунктарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу ҙа дауам итә.

Техниканы зәңгәр яғыулыҡҡа күсереүгә килгәндә, әлеге ваҡытта «Башавтотранс» предприятиеһы автобустарының төп лөшө газ яғыулығында йөрөй. Юлдарҙа заправкалау станциялары артыу менән шәхси автомобиль хужалары тимер аттарын зәңгәр яғыулыҡҡа күсерә башланы. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә был мәьсәләгә даими иғтибар бирергә ҡушты.

Башҡортостанда 2020 йылдан транспорт сараларын газ яғыулығына күсереү буйынса махсус программа тормошҡа ашырыла. Үткән йылда техниканы үҙгәртеп ҡороу өсөн 58 миллион һум субсидия бүленгән, быйыл сумманың күләме 89 миллионға тмклем арттырылған. Башҡортостан Башлығы зәңгәр яғыулыкта эшләгән транспорт өсөн инфраструктура тыуҙырыу бурысын ҡуйҙы. Радий Хәбиров тағы ла экологик яҡтан таҙа һәм арзан электр транспортын популярлаштырыу эшен дә алып барырға ҡушты.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ