Балаҡатай районында беренсел ярҙам звеноһы яңырыу кисерә

Ауылға заманса медицина. Балаҡатай районында беренсел ярҙам звеноһы яңырыу кисерә. Атарша ауылында ла халыҡ күптән көткән модулле фап файҙаланыуға тапшырылды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Атарша ауылында йәшәүселәр социаль обьект асыу тантанаһында күтәреңке кәйеф менән күңелле йырҙар башҡарҙы.

Өс ауыл халҡы бөгөндән бөтә уңайлыҡтары булған йылы, яҡты бинала беренсел медицина ярҙамы аласаҡ. Бынан тыш диспансер тикшеренеүе үтә, прививкалар эшләтә аласаҡ.

Балаҡатай районында 28 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Уларҙың 4-һе модулле, берәүһе күсмә. Яҡын киләсәктә Йомашта тағы ла бер модулле фап асыла. Айҙаҡай, Шәкәрле, Исҡуш, Ләүәле ауылдарында заманса фельшер-акушерлыҡ пункттары 2024 төҙөләсәк. Атарша ауылында ла яңы медицина учреждениеһы сафҡа инеү менән тәүге пациенттар ҙа ағыла башланы.

Быға тиклем өс ауыл халҡы район үҙәгенә барып анализдар тапшырған, диспансер тикшеренеүе үткән. «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән модулле фап ауылда йәшәүселәргә яңы шарттарҙа беренсел медицина ярҙамын алырға, ғүмерҙәрен оҙайтып, демография күрһәткестәрен яҡшыртырға мөмкинлек бирер тип күҙалллана.

Атаршалағы модуле фап тулыһынса яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар яһау бүлмәләре халыҡ уңайлығын иҫпкә алып ҡоролған.

Атарша ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Бинаның майҙаны 70 квадрат метр. Бында Аташа, Сосновка, Илекәй ауылдарында йәшәүсе 379 кешегә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ