Ҡалтасы районы Бурһыҡ ауылында йәшәүсе эшҡыуар тыуған төйәге өсөн файҙалы булыуҙан йәм таба

Атайсалға хеҙмәт иң абруйлыһы. Ҡалтасы районы Бурһыҡ ауылынан Фәндәвис Нафиҡов шундай фекерҙә. Эшҡыуар тыуған төйәге өсөн файҙалы булыуҙан йәм таба. Тыуған ауылында ул шишмә комплексы, Ватан һаҡсылары өсөн обелиск, мәсет төҙөткән, зыяратты кәртәләткән һәм юл һалдырған. Ауыл меценаты менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.

Әле Фәндәвис Нафиҡов 9-сы тиҫтәһен ваҡлай. Ғүмерен сауҙаға арнаған. 9 йәшендә ауыл кибетендә эш башлай. Юғары вазифалар, дәрәжәле исемдәр яулай. Әлбиттә мөлкәт тә туплап өлгөрә. Әммә аҡсаһын тыуған ере, атайсалы өсөн ҡуллана.

Фәндәвис Нафиҡовтың тыуған ауылы Бурһыҡ ҙур түгел. Йыл дауамында 4 йортта йәшәйҙәр. Йәй ауылы терелә. Күптәр ялға ҡайта. Балалар Фәндәвис быуаһында балыҡ тота. Шишмә һыуын тотош Ҡалтасы районынан килеп алалар. Мәсет мосолмандарҙың иғтибарын йәлеп итһә, зыярат ауылдаштарҙың һуңғы төйәге. Барыһы ла матурлап кәртәләнгән. Бер архитектура комплексы булып тора. Зыяратта граждандар һуғышы йылдарында нахаҡҡа үлтерелгәндәрҙең туғандар ҡәберлеге. Меценат унда ла һәйкәл ҡуйған. Фәндәвис Нафиҡов әйтеүенсә, хәтерҙе йәш быуынға еткереү мөһим.

Фәндәвис Нафиҡов ябайлыҡта бөйөклөк тигән әйтемде лә йыш ҡабатлай. Хәллерәк замандаштарыбыш халыҡ һүҙен онотмаһын ине, тип тә өҫтәп ҡуя.

Аҡсаларҙы лә меценат кендек ҡаны тамған ергә һалырға саҡыра. Атайсалды ололау, үҙеңде ҡәҙерләү тигән фекерҙә Фәндәвис Нафиҡов.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ