Башҡортостан Милли музейында «Күркәм күлдәк» тип исемләнгән күргәҙмә асылды

Башҡорт күлдәге, мордва панары, удмурт дэремы. Башҡортостан Милли музейында Халыҡтар берҙәмлеге көнөн уңайынан «Күркәм күлдәк» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Экспозицияға төрлө халыҡтарҙың XIX-XX быуаттарға ҡараған өҫ кейеме ҡуйылған. Экспонаттар республика район-ҡалаларынан тупланған. Ә инде күргәҙмәнең иң үҙенсәлекле өлөшө - зал уртаһында урын алған 3 метрлыҡ ҡурсаҡ. Ойоштороусылар һынды махсус ошо сара өсөн теккән. Күргәҙмә 3 декабргә тиклем эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ