Башҡортостандан ебәрелгән 99-сы гуманитар ылау Донбасҡа барып етте

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тыуған яҡ сәләмен тапшырыуҙы БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Ике мең саҡырым юл үтелгән, әммә алда тағы ла ҡатмарлырағы. Гуманитар йөктө беҙҙең хәрбиҙәргә алып барып еткерергә. Алғы һыҙыҡҡа яҡын биләмәнән хәрбиҙәр үҙҙәре килеп ала. Йөн ойоҡбаш, йоҡо ҡапсыҡтары, йылы әйберҙәр, хатта автомобиль өсөн ҡышҡы резина. Республиканың битараф булмаған халҡы мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр өсөн кәрәкле бөтә нәмәне йыйырға ярҙам иткән. Донбассҡа Башҡортостандың 10-дан ашыу районы вәкилдәре килде.

Бәләкәй колонналарға бүленеп, гумконвой Рәсәйҙең бөтә дүрт яңы төбәгенә тарала. Беҙҙең ижади төркөм ЛНР-ҙағы иң ҡыҙыу йүнәлештәрҙең береһенә, Кременнаяға юл тотто. Шәхсән яугирҙарға исемле посылкалар, буржуйка мейестәре, бензобысҡыстар, генераторҙар. Блиндажда уңайлы шарттар булдырыу өсөн бөтә кәрәкле нәмәләр килтерелгән.

Иртән яугирҙар посылкаларҙы һүтеү өсөн гумконвой янында йыйылды. Алғы һыҙыҡта булғандар уларҙы хәрби заданиенан ҡайтҡас ала. Яҡташтарыбыҙ внедорожниктар өсөн айырым рәхмәт белдерҙе. Бындай техника төрлө бурыстарҙы үтәү өсөн кәрәк. Иң мөһиме - еңеү менән өйгә, иҫән-һау ҡайтырға.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ