«Тамыр» телеканалы республиканың йәш хәбәрселәрен йәнә бер майҙанға йыйҙы! Өфөлә «Тамыр селтәре» проекты сиктәрендә 4-се медиафестиваль уҙҙы.
Йәш хәбәрсе, оператор, ҡораусылар өсөн тәүҙә «Тамыр» каналы, Телеүҙәк студиялары буйлап экскурсия ойошторолдо. Һәр кем үҙен ысын алып барыусы итеп тойоп камера алдында һөйләп, телесуфлер аша уҡып ҡараны, билдәле журналистар менән дә осрашыу бәхете тейҙе. Ҡатнашыусылар өсөн социаль селтәрҙәр, оператор эше һәм режиссер булыу тураһында оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Быйылғы эште йомғаҡлау сараһына абруйлы ҡунаҡтар, телевидение өлкәһенең оҫталары йыйылды. Улар барыһы ла йәш хәбәрселәргә кәңәштәр биреп, үҙ теләктәрен еткерҙе.
Быйыл мәктәп телестудиялары менән бөтәһе 52 сюжет төшөрөлдө, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Тамыр» каналдары аша бар республикаға күрһәтелде, ти ойоштороусылар. Әлеге көндә «Тамыр селтәре» проектында бөтәһе 20-гә яҡын телестудия эшләп килә. Йыл буйы Дыуан, Бәләбәй, Учалы, Сибай, Дәүләкән, Шаран, Ғафури һәм Өфө гимназиялары ҡыҙыҡлы сюжеттар төшөрөп ебәреп тора. Быйылғы миҙгелдә Дыуан районының Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей - интернатында эшләп килгән «Йәйғор» мәктәп телестудияһы еңеүсе булды.
Г.Баһауетдинова



