Унда хәҙерге шарттарҙа берҙәмлекте нығытыу мәсьәләһе күтәрелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күп милләтле һәм күп динле Рәсәй өсөн Ватан мәнфәғәттәре өсөн берләшеү һәм берҙәм булыу төшөнсәһе айырым әһәмиәткә эйә.
Интернетта ялған мәғлүмәт күп таратыла. Онлайн-төркөмдәр милләт- һәм дини-ара дуҫлыҡты ҡаҡшатыу маҡсатынан эшмәкәрлек алып бара. “Хәҙерге шарттарҙа ситтән баҫымға әҙер булырға һәм төрлө ҡотҡоларҙы ваҡытында иҫкәртергә кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.
Өфөлә бөгөн “Глобаль һынауҙар осоронда милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу” тигән Бөтә Рәсәй форумы башланды. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Төмән, Һамар, Дағстан һәм башҡа төбәктәрҙән ғалимдар, эксперттар ҡатнаша.







