“Республикала хәрбиҙәргә ярҙам итмәгән кеше һирәктер. Башҡортостан халҡы яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек туплай, гуманитар ылау әҙерләй. Был иң мөһиме һәм ҡиммәтлеһе”. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Ул республикала йәшәүселәргә һалдаттарға ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.
Радий Хәбиров гуманитар ярҙам ташыған водителдәргә һәм ылауҙы оҙатып барған ҡотҡарыусыларға ла рәхмәт белдерҙе.
Бөгөн республиканан йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды. Махсус хәрби операция биләмәһенә техника, аҙыҡ-түлек, медицина препараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелде.







