Тыумыштан бирелгән умыртҡа һөйәге кәмселеге спорт менән шөғөлләнеүгә ҡаршылыҡ түгел

Spina bifida диагнозы менән яфаланыусылар араһында фехтование, теннис, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса чемпиондар бар. Һирәк осрай торған патологиянан яфаланыусыларҙы Хәйриә фонды ҡарауға алған. Уларға бушлай медицина тикшеренеүе үтеүҙә, операция яһатыуҙа, техник реабилитация саралары алыуҙа ярҙам күрһәтелә. Балалар йорттарында тәрбиәләнгән кескәйҙәр ғаиләләргә урынлаштырыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Келәмдә бокс буйынса күнекмә. Көйәрмәндәр рәтендә - ун бер йәшлек Миша. Малай өсөн рингты баҫып күҙәтеү - үҙе бер еңеү. Тыумыштан арҡа мейеһе һәм умыртҡа һөйәге үҫеше тотҡарланған була, өс йыл элек Рәсәйҙең иң яҡшы клиникаларының береһендә операция үткәргәндән һуң ғына аяғына баҫҡан. Быға тиклем шыуышып ҡына йөрөгән. Балалар йортонда тәрбиәләнгән баланың тормошо ғаиләле булғандан һуң икегә бүленә, тик яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Ғәҙәти мәктәпкә уҡырға бара, шахмат менән мауыға башлай.

Яңыраҡ Миша Хәйриә фонды ярҙамында Екатеринбургтағы дауаханала бушлай тикшеренеү үтте. Белгестәр тыумыштан килгән сире тураһында тулыраҡ аңлатты. Улыбыҙға оҙайлы реабилитация талап ителә, тағы ла бер операция булыр тип ышанабыҙ. Сәләмәтлеген яҡшыртып, йәмғиәткә яраҡлаштырырға кәрәк.

Зося Шуматбаева, тәрбиәгә алыусы

Спина Бифида, йәғни умыртҡа һөйәге бүлгеләнеүе - тыумыштан килгән патология, күп осраҡта ортопедик, урология, нейрохирургия проблемаларына килтерә. Ауыр формала үткәндә инвалид коляскаһы талап ителеүе ихтимал. Дауалау-реабилитация саралары, тәү сиратта, хәрәкәт итеү әүҙемлеген һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Рәсәйҙә был сирҙән яфаланыусыларҙы Хәйриә фонды үҙ ҡанаты аҫтына алған. Исемлектә - Башҡортостан балалар йорттарынан ғына биш малай-ҡыҙ. Мәрәхәмәтлек сараһы сиктәрендә уларға бушлай медицина ярҙамы күрһәтелә.

Фонд алдында ҙур бурыс ҡуйылған - Рәсәй буйынса был сирҙән яфаланған балаларҙың барыһына ла медицина тикшереүе уҙғарыу. Тар профилле белгестәрҙең консультацияһынан һуң, туҡһан процент осраҡта кескәй пациенттарға тиҙ арала операция яһала, йә өҫтәмә тикшеренеүҙәр ойошторола. Балалар дауаханала ятҡанда, беҙ улар тураһында фото-видео анкеталар әҙерләйбеҙ һәм тулыраҡ мәғлүмәт йыйып улар тураһында һөйләйбеҙ. Сөнки эшмәкәрлектең тәүмаҡсаты - етем балаларҙы ата-әсәле, ғаиләле итеү.

Людмила Цуркан, «Spina Bifida» Хәйриә фондының етемдәр проекты координаторы

Людмила Васильева - коляскала фехтование буйынса донъя кимәлендә еңеүҙәргә ирешкән, Токиолағы паралимпия уйындарында ла бронза миҙал яулаған. Баш мейеһе һәм умыртҡа һөйәге үҫешендә тотҡарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, спорттан айырылғыһыҙ. «Спина бифида» Хәйриә фонды балаларына бушлай оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып, сәләмәт йәшәү рәүеше, фехтованиеға ылыҡтыра.

Сирле бала тыуғандан һуң, ата-әсәләр уның киләсәге өсөн борсола башлай. Мин барыһын да ҡурҡмаҫҡа саҡырам. Сөнки ҡатмарлы диагноз менән дә күптәрҙең ғәҙәти тормош алып барыуын беләм, спорт булһынмы, мәҙәниәтме - төрлө өлкәлә ҡаҙаныштарға ирешәләр. Мин үҙем егерме йылдан ашыу фехтование менән шөғөлләнәм, ике юғары белемем бар, машина йөрөтәм, ҡыҙ тәрбиәләйем - шуға мөмкинлектәр сикһеҙ тип әйткем килә.

Людмила Васильева, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
Выборы 2026

Земфира Сөләймәнова ла ун ете йәшендә бассейнда йөҙә башлап, ярты йылдан һуң Рәсәй чемпионы исемен алған. Артабан коляскала фехтование буйынса миҙалдар яулаған. Фильмда, рекламала төшөү, Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Парашют, тарзанканан һикереүҙән дә ҡурҡмаған. Бөгөн социаль проектлау менән шөғөлләнгән замандашыбыҙ билдәләүенсә, сир - хөкөм ҡарары түгел, - үҫеш өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ.

Мөмкинлектәре сикләнгән генә түгел, барлыҡ балалар өсөн дә ғаиләлә үҫеүе мотлаҡ. Һөйөү, иғтибар, хәстәрлек булғанда ғына, кескәйҙәрҙең ҡанаттары нығына. Шуға күрә шәхес тәрбиәләүҙә ата-әсәнең роле баһалап бөткөһөҙ.

Земфира Сөләймәнова, йөҙөү буйынса Рәсәй Чемпионы, «Нева һылыуҡайы» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы финалисы

Хәйриә фонды тарафынан балалар йортонда ҡалған малай-ҡыҙҙарға айырыуса иғтибар бүленә. Уларҙы ғаиләле итеү йүнәлешендә ҙур эштәр башҡарыла. Башҡортостанда йәшәүсе сирле биш бала ла тиҙҙән ҡарауға алыныр тигән ышаныста Мәскәү белгестәре.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ