Росреестр Күп функциялы үҙәктәрҙә ябай граждандар һәм бизнес вәкилдәре өсөн консультацияларҙы артҡан

Һуңғы 10 айҙа Росреестр хеҙмәткәрҙәре тарафынан дүрт меңдән ашыу консультация үткәрелгән. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, ике ярым тапҡырға күберәк тигәнде аңлата. Офистарҙа һәм он-лайн форматта консультация уҙғарыуға 197 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. 2021 йылдан консультациялар күп функциялы үҙәктәрҙең 17 офисында һәр айҙың тәүге шишәмбеһендә ойошторола. 9 бүлексәлә улар видеобәйләнеш форматында үтә, заявка биреүселәр ҡулланыусыларҙы оҙатыу секторы компьтерҙары аша инеп аҙна дауамында он-лайн форматта белгес кәңәше алыу мөмкинлегенә эйә.

Консультацияға заявка биреүселәрҙе ер биләмәләрен, шәхси йорттарҙы рәсмиләштереү, ер сиктәре тирәләй бәхәстәр, сделкаларға нндәй документтар әҙерләү кәрәклеге мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Белгестәр менән дистанцион форматта аралашырға теләүселәр 8-800-100-34-34 колл-үҙәк һандарын йыйып шылтырата ала. Бынан тыш Росреестр порталындағы «Тормош хәлдәре» сервисы менән ҡулланырға мөмкин.

Рита Баһманова, РОСРЕЕСТР-ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе бүлеге белгес-эксперты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ