Ойошма лидеры исеме республиканың төрлө район-ҡалаларынан 18 егет-ҡыҙға тапшырылды. Үҫмерҙәрҙең барыһы ла хәрәкәттең төрлө федераль программаларында ҡатнашҡан. «Сәйәхәттән ҡыҙығыраҡ» Бөтә Рәсәй туристик слеты сиктәрендә илдең тарихи һәм иҫтәлекле урындарын күргән, «Уңыш йүнәлеше» проекты сиктәрендә илдең бер нисә лагерында ял иткән.
Осрашыу барышында йәштәр республиканың дәүләт эшмәкәрҙәре менән аралашты, сәйәхәттәрҙән тәьҫораттары менән бүлеште. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Беренселәр хәрәкәте» әүҙем үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе берләштерә. Ойошманың тәүмаҡсаты - талантлы балаларҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.






