Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар араһында ойошторолған конкурсҡа 300-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Баһалама ағзалары тарафынан еңеүселәр 19 номинация буйынса һайлап алына. Улар декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй финалында ҡатнаша.






