Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа Республика Хөкүмәте индергән закон проекты хуплау тапты. Документҡа ярашлы, махсус хәрби операция барышында миҙалдар һәм ордендар менән бүләкләнгән яугирҙәргә төҙөлөш өсөн ер түләүһеҙ бирелә. Яуҙа батырҙарса һәләк булған хәрбиҙең яҡын туғандары ла ошондай хоҡуҡ менән файҙалана аласаҡ. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, ишле йәки инвалид бала тәрбиәләгән, шулай уҡ йәш ғаиләләр, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға йорт төҙөлөшө өсөн ер бушлай бирелә.







