Бөгөн Өфөнән йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды

Ул мобилизацияланған ир-егеттәргә һәм доброволецтарға тәғәйенләнә. “Ярҙамды бөтә республика тупланы. Өлкәндәр, балалар, өләсәйҙәр, ир-егеттәр яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ йыйыуҙа әүҙем ҡатнашты”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Гуманитар ярҙам туплаған һәм уны алғы һыҙыҡҡа алып барған ҡотҡарыусылар, водителдәр, хеҙмәт коллективтары һәм эшҡыуарҙар Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.  “Был ылауҙы туплауға беҙ ҙә өлөш индерҙек”, - ти Өфөнөң 101-се мәктәп директоры Иштуған Ноғаманов.

Бөгөн Өфөнән йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды

“Еңеү өсөн берләштек! Тыуған яҡтан ебәрелгән күстәнәстәр яугирҙәргә көс өҫтәһен”, - тигән теләктә  Өфө ҡалаһы Октябрь районы Ветерандар ойошмаһы ағзаһы Наилә Садыҡова.

Бөгөн Өфөнән йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды

Бөгөн яугирҙәргә транспорт, күсмә мунса, аҙыҡ-түлек, медицина препараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Йөҙөнсө гуманитар ылауҙы әҙерләүҙә Асҡын, Балаҡатай, Ҡалтасы, Салауат, Федоровка районы, Баймаҡ һәм Өфө ҡалалары әүҙем ҡатнашҡан.

Фото №1 - Бөгөн Өфөнән йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ