Республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте. Сарала дини конфессия лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә етәкселәре татыулыҡты һәм тыныслыҡты һаҡлау өсөн эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Совет ултырышында милли сәйәсәт алдында көнүҙәк һынауҙар, йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырған ойошмалар эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш мәсьәләләре иғтибарға алынды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Төрлө илдәрҙә милләт-ара ғауға ҡубып, геосәйәси хәл ҡан-ҡойошҡа, хәрби бәрелештәргә еткән осорҙа ил именлеге, республика берҙәмлеге айырыуса әһәмиәткә эйә. Күп милләтле Башҡортостан татыулыҡ өлгөһө булып тора, әммә йәмғиәттә бола сығарырға теләүсе тышҡы деструктив көстәр ҙә әүҙемләшкән. Рәсәй буйынса иң күп мәғлүмәти һөжүм осраҡтары республикаға тура килгән.
Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселендә үтте. Республика етәксеһе милләт-ара, конфесссия -ара һорауҙарҙы етди иғтибарға алып шәхсән контролдә тота.
Башҡортостан дини конфессия лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә етәкселәре сығыш яһап татыулыҡты һәм тыныслыҡты һаҡлау йүнәлешендә эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Киң мәғлүмәт сараларында таратылған мәғлүмәт өсөн яуаплыҡты көсәйтеү, көнбайыш иддәренән килгән деструктив ғәҙәттәрҙең йоғонтоһон кәметеү эшенә баҫым яһалды.
Белгестәр әйтеүенсә, республикала дингә бәйле хәлде ҡаҡшатырға, сит ил граждандарын радикал көстәргә йәлеп итеүселәр байтаҡ. Уларҙың эшмәкәрлеген үҙ ваҡытында кисектереп йәмғиәттә тәртип тотоу бурысы ҡуйыла.
Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы дәүләт милли сәйәсәтенә бағышланған форум сиктәрендә ойошторолдо. Сараны уҙғарыу төбәге осраҡлы һайланмаған. Башҡортостан милләт-ара татыулыҡтың һәм берҙәмлектең, ижтимағи тотороҡлолоҡтоң яҡшы өлгөһө булып тора.
Флорида Ким



