Йөҙөнсө ылау. Бөгөн Башҡортостандан Донбасҡа юбилейлы гуманитар конвой юлланды. Колонна ҡуҙғалыр алдынан Радий Хәбиров йөк автомобилдәре водителдәренә һәм ярҙамды ойоштороусыларға Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Конвоҙы тейәүҙе БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтеп һәм оҙатып ҡалды.
Арба ат алдынан йөрөмәй тиһәләр ҙә.. Был ат арбаһы алдан бара, махсус хәрби операция биләмәһендә кәрәккәнгә «Башҡортостан полкы» хәрбиҙәре һораған. Сбруй кәрәк-яраҡтары менән уны Учалы районы Илтабан ауылы оҫтаһы әҙерләгән. Аты киләһе гуманитар конвой менән оҙатыласаҡ.
Асҡын, Балаҡатай, Дәүләкән, Дыуан, Ҡалтасы, Салауат, Федоровка райондарынан, Баймаҡ ҡалаһынан, Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары, Бәләбәй һәм Балаҡатай урман хужалыҡтары, шулай уҡ Рәсәй Афғанстан ветерандары союзының Бөрө бүлексәһе ойошмаһы, эшҡыуарҙар һәм битараф булмағандар хәрбиҙәргә иң кәрәкле әйберҙәр йыйған.
Йөҙенсе гумконвой йөгө составында бөтәһе 28 берәмек автомобиль, улар араһында 17 уаз, 8 нива маркалы автомобиль, шулай уҡ паз автобусы базаһындағы мобиль мунса, өс тағылма мунса оҙатыла.
Иретеп - йәбештереү аппараттары, маскировка селтәрҙәре, мобиль газ плитәләре, окоп шәмдәре, йылы кейем, аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм туғандарынан посылкалар. Бөтәһе лә күмәк көс менән йыйылған.
Радий Хәбиров гуманитар ярҙамды йыйыуҙа ҡатнашыусыларға Башҡортостандың Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ауыр һәм хәүефле тине төбәк етәксеһе конвой водителдәре эше тураһында.Илленсе тапҡыр юлға ҡуҙғалыусылар ҙа бар. Унынсы тапҡыр оҙон юлға сығыусы Салауат Хөсәйенов Радий Хәбиров ҡулынан Рәхмәт хаты алды.
Махсус хәрби операция 623-сө көн бара. Башҡортостан йөҙөнсө гуманитар конвой оҙатты, тимәк алты көн һайын ылау оҙатыла, тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе гуманитар ярҙам илтеүселәргә хәйерле юл һәм имен- һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Рәмилә Исмәғилева



