Ҡырағай хайуандар Яңы Шилек ауылы эргәһендәге урманда табыла. Урындағы кеше был турала Экология министрлығына хәбәр итә. Белгестәр баһаһы буйынса, браконьерҙар тәбиғәткә 480 мең һумлыҡ зыян килтергән.
Йыл башынан республикала һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙың 156 осрағы асыҡланған. Шул иҫәптән был ҡырағай хайуандарҙы аулауға рөхсәт документтарының булмауы, хәүефһеҙлек техникаһын үтәмәү һәм башҡалар. Законды инҡар итеүселәргә 57 мең һум күләмендә штраф һалынған. Ете кеше бер йылға һунар итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Ғәйеплеләргә 6 миллион һумдан ашыуыраҡ дәғүә белдерелгән, әлеге ваҡытта уларҙың 78 проценты түләтелгән.



