Бөрө ҡалаһының яңы биҫтәләрендә проблемалы юлдар төҙөкләндерелә

Республика райондарында проблемалы юлдар төҙөкләндерелә. Бөрө ҡалаһының яңы биҫтәләрендә лә улар яңырыу кисерә. Юлдарҙы тәртипкә килтереү эше менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

Йырып сыҡҡыһыҙ бысраҡ юлдан үтә алмай, машиналарҙы трасса буйында ҡалдыра торғайныҡ, тип хәтерләй Антонина Павловна. Хаҡлы ялға сығып, водитель таныҡлығына уҡып алған ханым көн дә һынауҙар һыҙатын үтергә мөжбүр була. Быйылғы көҙгә тиклем. Тиҫтәләрсә йыл көткәндән һуң, ниһайәт, Телеүҙәк микрорайоны урамдары тәртипкә килтерелә.

Участканы 2010 йылда һатып алғайным. Шул ваҡыттан алып юл мәсьәләһе борсоно. 90 йәшлек әсәйем менән бергә йәшәйем, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре лә үтә алмай, батып ултыра торғайны. Ниһайәт, хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Төҙөк юлдан рәхәтләнеп йөрөйбеҙ, төндә сыҡһаң да ҡурҡыныс түгел.

Антонина Токарева, Бөрө ҡалаһында йәшәүсе

Ҡала йылдан-йыл үҫә, яңы урамдар барлыҡҡа килә. Юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе көнүҙәк проблемаға әйләнә. Ҡала хакимиәте иҫәбендә 235 километр юл иҫәпләнә, шуларҙың 55-ендә төҙөкләнереү талап ителә. Йыл һайын республика ҡаҙнаһынан бүленгән 10 миллион һум аҡса был мәсьәләне йылдам хәл итергә мөмкинлек бирә.

Бөрө ҡалаһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге комиссияһы яңы микрорайондарҙаға барлыҡ юлдарҙы тикшерҙек. Иң насар хәлдә булған һәм күп ялыуҙарҙан сығып 10 юлды асыҡланыҡ.

Виктория Бурдина, Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы

Проблемалы урамдар өсөн һорау алыу онлайн, ҡала хакимиәтенең вконтакте селтәренең рәсми битендә үткәрелә. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса иғтибарға мохтаж өҫтөнлөклө урамдар исемлеге билдәләнә. Уларҙың 4-һендә төҙөкләндереү эше тамамланған.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ