Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы

Башҡортостанда 8000, ә Балаҡатай районында 38 ошондай хужалыҡ иҫәпләнә. Район фермерҙары дәүләт ярҙамын тойоп эшләй. Уңышлы эшләүсе йүнселдәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Рамаҙан Вәсфи улы көҙгө баҫыу эштәрен тамамлағандан һуң, техниканы ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Деталдәр, механик ҡоролмалар торошон шәхсән үҙе тикшерә. Тәгәрмәстәрҙең ныҡлығына инанғандан һуң ғына руль артына ултыра. Шәмсетдинов крәҫтиән-фермер хужалығында ҡара-сыбар һөт һыйырҙары аҫрала. Фермер быйыл малдарға етәрлек кимәлдә мал аҙығы әҙерләгән. Бесән сабыуҙа грант аҡсаларына һатып алынған роторлы сапҡыс, бесән йыйғыс һәм тырмалар ҡулланған.

Шәмсетдиновтар башлыса Рәсәйҙә етештерелгән ҡорамалдарға өҫтөнлөк бирә. Тонна ярымға иҫәпгәнгән һөт һыуытҡыс Пермь ҡалаһында етештерелгән. Был ҡорамал фермерҙарға һөттө бер-нисә көн һаҡлау, юлға киткән сығымдарҙы кәметеү, ваҡытты экономиялау мөмкинлеген биргән. Тормош иптәше Фәриҙә Миңлеғәлим ҡыҙы:» Заман фермерының ҡулынан килмәгән эш юҡ, ул бөтә һөнәрҙәрҙе лә белгән, универсал кеше булырға тейеш,» тигән фекерҙә.

Дәүләт ярҙамы менән Шәмсетдиновтар машина-техника паркын яңырта, мал һанын ишәйтә, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса ҡормалдар һатып ала. Ғаилә фермаһын фермерҙар үҙҙәре ҡартайғандан һуң балаларына тапшырырға теләй.

Шәмсетдинов крәҫтиән-фермер хужалығы киләһе йылда «Ғаилә фермаһы»программаһы буйынса грант проектын яҡларға ниәтләй. Фәриҙә һәм Рамаҙан Шәмсетдиновтар грант ярҙамында 150 баш һауын һыйырҙарына һөт-тауар фермаһы төҙөргә иҫәп тота.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ