Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге Республика һуҡырҙар китапханаһында бөгөн яҙыусы, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре Миңлегөл Хисамова менән осрашыу үтте.
Уҡыусылар менән осрашыу билдәле яҙыусы, мәғариф ветераны Миңлегөл Хисамованың 75 йәшлек юбилейына һәм яңы китабы донъя күреүгә арнала. Ошо көндәрҙә авторҙың «Ҡайҙа ҡастың, ҡояшым» йыйынтығы брайл шрифтында нәшер ителгән. Китапхана хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, Миңлегөл Хисамова оҙаҡ йылдар күреү һәләтен юғалған балаллар белем алған 28-се коррекция интернат-мәктәбендә уҡыта. Шуға күрә лә авторҙың ижад емештәре, уй-кисерештәре был категория уҡыусылары өсөн бик яҡын.
Миңлегөл Хисамова мәғариф ветераны, яҙыусы, тиҫтәнән ашыу китап авторы. Әҙибәнең ижады тәрән хисле лирикаға бай, шиғырҙары йырлап тора. Шуға күрә лә күп композиторҙарҙың уның ижадын көйгә һалыуы осраҡлы түгел. Миңлегөл Хисамова балалар яҙыусыһы булараҡ та киң билдәле, тәжрибәле педагог кескәйҙәр өсөн уҡымлы. мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итә. Ә Брайл шрифтында баҫылған «Ҡайҙа ҡастың, ҡояшым» китабында күберәк тарихи ваҡиғалар, һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәр урын алған.



