Баш ҡала мәғариф учреждениеларының йәш педагогтары һәм уҡыусылар семинар-лекцияларҙа ҡатнашып, социаль проектлау тураһында мәғлүмәт алды, грант конкурстарына заявканы дөрөҫ тултырырға, бюджетты билдәләргә өйрәнде. Уҡытыу теоретик һәм практик өлөштән торҙо. Белгестәр идеяларҙы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәш бирҙе. Шулай уҡ грант ярҙамына бәйле форумдар тураһында һөйләне. Билдәле булыуынса, «Проектлау марафоны» миллион ярым һумлыҡ грант аҡсаһына ойошторола






