“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре ялға ҡайтты

Уларҙы Өфөнөң Совет майҙанында туғандары, яҡындары һәм дуҫтары ҡаршы алды. Хәрбиҙәр Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. “Башҡортостан 200 батыр егетен ҡаршыланы. Улар араһында булыу минең өсөн ҙур ғорурлыҡ”, - тип белдерҙе танылған йырсы, республиканың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов.

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре ялға ҡайтты

Радик Динәхмәтов коллегалары – Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары менән осрашырға иҫәп тота. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы быйыл ойошторолдо. Ул бер нисә батальондан тора. Июнь аҙағында Республика Башлығы Радий Хәбиров яугирҙәргә хәрби байраҡ тапшырҙы.

Фото №1 - “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре ялға ҡайтты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ