Башҡортостан Башлығы коронавирусҡа ыңғай тест тапшырған

Радий Хәбиров үҙизоляцияға киткән. Был хаҡта республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Әйткәндәй, быйылғы миҙгелдә йоғошло сиргә ҡаршы вакцинация яһатыу талап ителмәй. Был турала Федерация советындағы «Хөкүмәт сәғәте»ндә Анна Попова белдерҙе. Роспотребнадзор етәксеһе билдәләүенсә, вирус кешеләргә һиҙелерлек хәүеф тыуҙырмай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә үткән аҙнала ковид менән сирләү 30,1 процентҡа артҡан. Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 122 кешегә коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ