Ҡот осҡос авария район үҙәгенең Совет урамында була. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, «Киа сид» автомобиле водителе йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған ирҙе бәрҙерә. 47 йәшлек йәйәүле юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә алған йәрәхәттәренән вафат була. Осраҡ буйынса тикшереү бара уның барышында ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.
Хоҡуҡ һаҡсылары Бүздәк районында ла юл фажиғәһе сәбәптәрен тикшерә. «М-5 Урал» федераль трассаһында Һарытау өлкәһе кешеһе «Лада Гранта» автомобиле менән түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә 40 йәшлек водитель ваҡиға урынында вафат була. Уның ике пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән урындағы дауахананың травматология бүлегенә оҙатыла.



