Иглин районында бер юлы ике йүнсел милли проектта еңеү яуланы. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһына ярашлы уларға 500 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтелә.
Бар ҡыҙыҡһыныу тап ит ыҫлау өсөн алынған ҡоролманан башлана. Теләгән продукция, әлбиттә, тәүҙә килеп сыҡмай. Һуңынан, ныҡыша торғас, эш өҫтөнлөк ала.
Тимур үҫмер ҡорона ингәс, эшҡыуарлыҡ өлкәһен ныҡлап өйрәнә башлай. Әсәһе лә балалар өсөн финанс грамоталығы мәктәбен ойоштороусы. Улы күп мәғлүмәтте тап унан ала, өйрәнә лә. Йәш эшҡыуар балыҡ һәм иттән ыҫланған, маринадланған ризыҡтар әҙерләүҙе һайлаған.
Тимур бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү сараларынан файҙаланған. Ул 25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙарға бирелгән субсидиялар конкурсында еңеп сыҡҡан. Ә уның күләме - 500 мең һум. Был суммаға Тимур ыҫлау ҡорамалдарын һатып алған. Һөҙөмтәлә әҙер продукция күләмен, тиҙлеген һәм сифатын арттырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән.
Баласаҡтан аҡса эшләүҙе яйға һалған Тимур киләсәккә тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар ҡуя. Уның һәр аҙымын ата-әсәһе лә төрлө яҡлап ҡеүәтләп тора.
Тимур гастрономия өлкәһендә махсуслашырға теләһә, ошо уҡ район үҙәгенән Дмитрий иһә үҙ күмәсханаһын булдырған. Әлеге ваҡытта Иглиндә биш нөктә эшләй. Дәүләт ярҙамын ул бургер эшләүгә яңы ҡоролмалар һатып алыуға өлгәшкән.
Дмитрий эшҡыуарлыҡ өлкәһен тағы ла яҡшыраҡ аңлау өсөн урта махсус уҡыу йортондағы белеме лә ярҙам итә. Шулай уҡ таяныр кешеләре лә бар. Әйткәндәй, Дмитрий ноябрь урталарында әрме сафына алына. Шуға ла эште ваҡытлыса әсәһенә ҡалдырырға ниәтләй. Теүәл бер йылдан уҡыуы менән бергә, йүнселлек эшенә лә ныҡлап тотоноу маҡсатын ҡуя.
Азат Ғәлиуллин






