Өфөнөң йәштәр һарайында студенттарҙың «Юмор кубогы-2023» КВН фестивале үтте

Күләмле фестиваль тәүгә ойошторолдо. Унда 13 команда ҡатнашты. Юмор фестивале ике бүлектән торҙо. Тәүгеһендә 7 команда араһында бәләкәй, ә икенсе бүлектә 6 команда араһында ҙур кубок өсөн сәмле ярыш барҙы.

КВН командалары фестивалендә тамашасылар араһында лотерея билеттары ла уйнатылды. Кинәйәле юмор, күңелле йырҙарға, дәртле бейеүҙәргә үрелеп барған сәхнәләрҙе тамаша ҡылыусылар ыңғай тәьҫораттар алды.Фестивалдә ҡатнашыусылар , квн командаһында сығыш яһау беҙгә ҡыйыулыҡ өҫтәй, көндәлек тормоштағы етешһеҙлектәрҙе көлкө ярҙамында сәхнә теле аша еңел хәл итеү мөмкинлеген бирә, шәхси үҫешкә лә ыңғай йоғонто яһай тигән фекерҙә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ