Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. Форум сауҙа-иҡтисади, гуманитар бәйләнештәр үҫешенә ҡеүәт бирәсәк. Башҡортостан менән Ҡаҙағстан сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙе уртаҡ тарих, мәҙәниәт яҡынайта, беҙҙең тамырҙар бер, - ти Радий Хәбиров. Бөгөн Ҡаҙағстанда ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтә. Унда Рәсәй президенты Владимир Путин киләһе йылда йыйынды Башҡортостан ҡабул итәсәк тип белдерҙе.







