Рәсәй президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Астанаға килде

Дәүләт башлыҡтары үҙ-ара һәм делегациялар ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр үткәреп, бер нисә документҡа ҡул ҡуйыуҙы планлаштыра. Владимир Путин видеобәйләнеш аша Ҡостанайҙа барған Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының пленар ултырышына ҡушылды. Ул «Ауыл хужалығы - көслө иҡтисад нигеҙе» тип атала.

Владимир Путин форумда ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәрендә Ҡаҙағстан башлығына хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уның үҫешендә ике илдең үҙ-ара килешеп эш итеүе мөһим роль уйнауын билдәләне. Мөмкинлектән файҙаланып, Рәсәй президенты форумда ҡатнашыусыларҙы Өфөгә, Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең киләһе төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына саҡырҙы.

Күптән түгел генә Владимир Путин Рәсәй төбәктәрен һәм сит ил вәкилдәрен Өфөгә саҡырғайны. Сөнки Башҡортостанда «Рәсәй - спорт державаһы» форумы үткәрелә. Ул һәр ваҡыт ҙур илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ойошторола. «Киләһе йылда Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Форум ҡунаҡтарының Рәсәйҙең тағы бер үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы төбәгенең мәҙәниәте, тарихы һәм мираҫы менән танышыу мөмкинлеге бар», - тине Владимир Путин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ