Башҡортостан делегацияһы XX Рәсәй-Ҡаҙағстан форумында ҡатнашты

Башҡортостан делегацияһы Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе менән агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Ул «Ауыл хужалығы - көслө иҡтисад нигеҙе» төбәк-ара форум сиктәрендә ҡаралды. Ике дәүләт араһындағы фекер алышыуҙар умартасылыҡ, ауыл хужалығы, логистика кеүек темаларға ла айырым туҡталды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Хәҙерге шарттарҙа аҙыҡ-түлек сифаты һәм хәүефһеҙлеге, агросәнәғәт комплексындағы һанлы технология, тармаҡтарҙа йәш белгестәрҙең эшләүе, мәғарифтағы яңы тренд. Ошо һәм башҡа һорауҙар бөгөн Ҡаҙағстанда Башҡортостан делегацияһының ике-яҡ араһындағы һөйләшеү барышында күтәрелде. Бөгөн күрше дәүләт партнерҙары араһында республиканан аҡ шәкәр, көнбағыш һәм рапс майҙары ҙур һорау менән файҙаланыла. Шулай уҡ Ҡаҙағстан башҡа сит ил баҙарҙарына сығыу өсөн дә төп транзит һанала.

Шулай уҡ Ҡаҙағстан ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек етештереү буйынса проекттарҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Атап әйткәндә, һөйләшеү һыйыр ите экспортын арттырыуға ҡайтып ҡалды.

Ике дәүләт араһындағы тауар әйләнеше һуңғы 8 ай эсендә генә 17 млрд долларға еткән. Рәсәйҙең иң әүҙем биш сауҙа партнеры иҫәбенә Ҡарағанда, Ҡостанай, Павлодар, Көнбайыш Ҡаҙағстан һәм Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәләре инә. Һуңғыһы менән киләсәктә Башҡортостан араһындағы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләһе ҡарала. Ошо маҡсатта Ҡостанай өлкәһендәге тирмән, икмәк продукты комбинаттары, йәшелсә һаҡлағыс кеүек бер-нисә предприятие эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

Рәсәй һәм Ҡаҙағстан Евразия иҡтисад союзы сиктәрендә 2030 йылға тиклем иҡтисади процестарҙы артабан да үҫтереү тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйырға ниәтләй. Форум иртәгә лә дауам итә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ