Рекультивация урынына йәшерен рәүештә алтын ҡаҙыу эшен дауам итәләр

Һүҙ Учалы районында эшмәкәрлек алып барған «Альтинвест» йәмғиәте һәм уның подрядсыһы «Гассад» компанияһы тураһында. Компания эшмәкәрлеге Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство комиссия ултырышында тикшерелде. Комиссия Башҡортостан башлығы рәйеслегендә эшләй. Радий Хәбиров мәсьәләне даими рәүештә контролдә тота һәм был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауҙы талап итә. Бөгөнгө ултырышҡа Учалы районы алтын ятҡылыҡтарындағы хәл осраҡлы ғына сығарылманы. Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар табыуға бирелгән 70 федераль лицензияның, 50-һе тап ошо төбәккә тура килә. Намыҫһыҙ эш итеүселәр ҙә бар. Бөгөнгө ултырышта ла «алтын биҙгәген» йоҡторған ойошмалар эшмәкәрлеге һәм был «сиргә» дауа табыу юлдары ҡаралды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән яҙмала.

Учалы районы Ураҙ ауылы эргәһендәге алтын ятҡылыҡтары. Участканы 2007 йылдан бирле «Альтинвест» йәмғиәте үҙләштерә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолған ведомство-ара комиссия был ятҡылыҡта бихисап етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған.

Альинвест йәмғиәте һәм уның подрядсы ойошмаһы Гассад компанияһы алтын ятҡылыҡтары урынлашҡан баҫыу туғайҙарҙы сәнәғәткә тәғәйенләнгән ерҙәр иҫәбенә күсермәйенсә файҙаланған. Участканы ҡуртымға алыу килешеүе төҙөлмәгән. Ҡалдыҡтар тейешенсә эшкәртелмәгән. Ер аҫты байлыҡтарын вәхшиҙәрсә сығарыу һөҙөмтәһендә тирә-яҡ мөхиткә зыян килгән. Мәсьәләгә Башҡортостан башлығы иғтибар итте. 2022 йылдың апрелендә Альтинвест компанияһының был участкала алтын сығарыуға лицензияһы ғәмәлдән сығарылды. Шул уҡ йылдың ноябрендә Учалы районында законһыҙ рәүештә алтын сығарыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Әммә алтын биҙгәгенә дауа һаман табылмаған. Намыҫһыҙ алтын сығарыусылар рекультивация һылтауы менән эшен йәшерен рәүештә дауам итә. Әлегә тиклем подрядсы ойошманың дәүләт экология экспертизаһын үткән рекультивация проекты ла әҙер түгел.

Ведомство-ара комиссия ултырышында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләһе лә күтәрелде. Төп иғтибар йәнә Учалыға. Алтын сығарыуға бирелгән 51 лицензияның 43-сө был район иҫәбенә тура килә.

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса ведомство-ара комиссия закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү эшен дауам итә. Маҡсат ер аҫты байлыҡтары менән намыҫһыҙ файҙаланыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу. Ҡыҙғанысҡа, Альтинвесттан тыш бер нисә компанияның эшмәкәрлегенә ҡарата һорауҙар бар. Уларҙың «биҙгәгенә» лә мотлаҡ дауа табылыр.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ