«Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы» ярҙамында төрлө мәсьәләләр хәл ителә. Бөрө ҡалаһының 7-се балалар баҡсаһы 19 проект араһында еңеп яулап, бассейнды төҙөкләндереүгә өлгәшә. Бының өсөн республика, ҡала бюджетынан аҡса бүленә, бағыусылар һәм ата-әсәләр ҙә ҡушыла. Яңырыу кисергән бассейнда йөҙөү буйынса дәрестәр башланған. Ударҙың береһендә БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Балалар баҡсаһында бассейн булыу - һирәк осрай торған күренеш. Тик Бөрө ҡалаһының 7 -се балалар баҡсаһы өсөн түгел. Яңыртылған бинала бер ай элек йөҙөү дәрестәре тергеҙелә. Уны малай-ҡыҙҙар, ысын мәғәнәһендә көтөп ала. Бассейн - йөҙөргә өйрәнеү өсөн генә түгел, балалар сәләмәт һәм ныҡ булып үҫһен өсөн дә өҫтәмә мөмкинлек.
1988 йылда сафҡа ингән корпус һуңғы бер нисә йыл емерек килеш торған. Был хәлде ата-әсәләр үҙ ҡулдарына алырға ҡарар итә. «Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы»на ғариза биреп, бағыусыларҙы эҙләп табалар. Инициативаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллион 400 мең һум аҡса йәлеп ителә, уның бер миллионы республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Ошо суммаға бинаның ҡыйығы алмаштырыла, стенаһы төҙөкләндерелә, йылытҡыстар һәм һауа һурғыс ҡоролмалары ҡуйыла. Бырлыҡ эштәрҙе ике ай эсендә тамалағандан һуң, октябрь башында бассейнды тантаналы асыу сараһы үткән.
Бөрөнөң 7-се балалар баҡсаһында 270 малай-ҡыҙ тәрбиәләнә. Йөҙөү дәрестәре аҙнаһына ике тапҡыр өлкән төркөмдәр өсөн ойошторола.
Әлфинә Килдейәрова






