Өфөләге картондан ҡаптар етештереү ойошмаһы «Һаҡсыл етештереү» проекты ярҙамында продукция сығарыу күләмен 10 процентҡа арттырған. Президенттың 2018 йылдағы май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған проектта йылына 400 миллион һумлыҡ килем алған предприятиелар ҡатнаша ла. Был исемлектә Башҡортостандан 162 ойошма. Һаҡсыл эш итеүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
Цехта иң күп төргәктәр сода һүрәте менән. Картон ҡаптар шунда уҡ ҡырҡылып сеймал етештереүсегә оҙатырға әҙерләнә. Контролерҙарҙың ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй.
Хеҙмәт етештереүсәнлеге проектында ҡатнашыр өсөн, моғайын тәү сиратта ошондай үҙ эшен яратҡан эшселәрҙең булыуы мөһимдер. Сөнки проект буйынса уларҙың һәр хәрәкәте иҫәпкә алына. Хеҙмәт урыны юҡҡа ваҡыт әрәм итеү урыны түгел.
Юғалтыуһыҙ эшләү өсөн тәүҙә бөтә процесҡа анализ яһала. Насар яҡтылыҡ, заказдарҙы дөрөҫ планлаштырмау, әҙер продукцияны күсереп йөрөтөү һәм башҡа етешһеҙлектәр табыла һәм улар бөтөрөлә.
Мәҫәлән, Һаҡсыл етештереү технологияһы ярҙамында бер кеше 36 тартма урынына 40- ты эшләй.
Беҙ күреп өйрәнгән аҙыҡ түлек төргәктәре, картон стакандарҙың күбеһе бында сығарыла.
Ойошма Башҡортостан һәм ил төбәктәре, Ҡаҙағстан, Белорусия өсөн дә картон продукция етештерә.
Проект ниндәйҙер өҫтәмә аҡса йәлеп итеү, хеҙмәткәрҙәр һаны арттырыуҙы күҙ уңында тотмай. Булған ресурс менән эшләү һәм производство цехтарында тәртип урынлаштырыу , эш урыны уңайлыҡтары булдырыу, тәү ҡарашҡа ябай күренгән, әммә мөһим факторҙар ярҙамында етештереүҙе арттырыу.
Рәмилә Исмәғилева






