Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә алдынғылар исемлегендә. Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге санкция шарттарында сит илдәр менән ниндәй бәйләнештәр булдырылыуы тураһында доклад яһаны. Был осорҙа Рәсәй төбәктәренең әүҙемлеге кәмегән. Башҡа дәүләттәр менән элемтәне, киреһенсә, көсәйткән төбәктәр бар. Улар: Башҡортостан, Мәскәү өлкәһе һәм Татарстан. “Геосәйәсәттәге ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙҙең республика инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә һәм бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә ҙур иғтибар бүлә”, - ти фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина.
Бөгөн Башҡортостан Алыҫ Көнсығыш – Ҡытай, Үҙәк Азия, Яҡын Көнсығыш, Төркиә, Әзербайжан һәм Беларусь менән хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостан һәм Белоруссия араһында бәйләнештәр нығый. Республикала яңырыҡ ҡына "Амкодор" заводы файҙаланыуға тапшырылды. Был аҙнала Ҡытай партнерҙары менән 19 килешеү төҙөлдө. Башҡортостан Үҙәк Азия республикалары менән бәйләнештәрҙе киңәйтеү буйынса әүҙем эш алып бара.







