Башҡортостанға байраҡ тапшырылды

Участка полицияһы хеҙмәтенең 100 йыллығы уңайынан ойошторолған эстафета байрағы Башҡортостанға килеп етте.  Эстафетала илдең 40 төбәге ҡатнаша. Ырымбур өлкәһе полицияһы флагты Күмертауҙа Башҡортостандағы коллегаларына тапшырҙы. Рәсәй участка полицияһы хеҙмәте байрағы Торатау һәм Ҡуштауҙа күтәрелде. Эстафета Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалда ла булды. Республика буйынса Эске Эштәр министры вазифаһын башҡарыусы, генерал-майор Александр Прядко:

Башҡортостанға байраҡ тапшырылды

Участка полицияһы байрағы Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы янында ла күтәрелде. Акцияла ҡатнашыусылар участковыйҙар аллеяһында бурысын үтәгәндә һәләк булған коллегаларын иҫкә алды. Тәртип һаҡсыларына бағышланған урын быйыл майҙа асылды. Артабан эстафета байрағы Санкт- Петербург һәм Ленинград өлкәһе полицияһына тапшырыла. Сара Мәскәүҙә илдең Эске эштәр министрлығында тамамлана.

Фото №1 - Башҡортостанға байраҡ тапшырылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ