Федераль министрҙар кабинетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 700 меңдән ашыу кеше ташламашы шарттарҙа торлаҡ кредитын юллай ала. Балалы ғаиләләр һәм Алыҫ Көнсығышта йорт һатып алырға теләгәндәр ҙә дәүләт ярҙамы менән файҙаланырға мөмкин. Льготалы ипотека программаһы башланғандан алып 8,5 триллион һумға 2 миллиондан ашыу займ бирелгән.







