Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, күп балыҡсылар йылға-күлдәргә бара. Был миҙгелдә хәүеф айырыуса ҙур булыуы мөмкин. Үткән аҙнала Павловка һыуһаҡлығысында бер балыҡсы батып үлгән. Өфө районында кәмә түңкәрелгән, өс кешене ҡотҡарғандар. Шулай уҡ Татарстанда беҙҙең республиканан ике балыҡсының юғалыуы тураһында хәбәр ителде. Уларҙың кәмәһе генә табылды.







