Владимир Путин Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән тәбрикләне. “Бөгөн беҙ закон һәм тәртип һағында тороусыларҙы, кеше хоҡуҡтарын яҡлаусыларҙы хөрмәтләйбеҙ. Уларҙың хеҙмәте хәүефле, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә лә эшләргә тура килә. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт менән көрәштә алғы һыҙыҡта тора, ҡыйыулыҡ күрһәтә. Эске эштәр органдарының абруйын арттыра һәм легендар традицияларға нигеҙ һала”, - тине Рәсәй Президенты.






