Республикаға участка полицияһы хеҙмәтенең байрағы килеп етте

Республикаға участка полицияһы хеҙмәтенең 100 йыллығы уңайынан уҙғарылған эстафета байрағы килеп етте. Уны Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡабул итте. Эстафета илдең 40 төбәге аша үтеп, Мәскәүҙә илдең Эске эштәр министрлығында тамамлана. Ырымбур өлкәһе полицияһы хеҙмәткәрҙәре флагты Күмертау ҡалаһында Башҡортостандағы коллегалары ҡулына тапшырҙы. Рәсәй участка полицияһы хеҙмәте байрағы Торатау һәм Ҡуштауҙа күтәрелде. Эстафета шулай уҡ Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм 112-се башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалда ла булды.

Участка полицияһы байрағы менән Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы янында ла күтәрелде. Акцияла ҡатнашыусылар шулай уҡ участковыйҙар аллеяһында туҡталып, бурысын үтәгән мәлдә һәләк булған коллегаларын иҫкә алды. Тәртип һаҡсылары иҫтәлегенә аллея быйыл май айында асылғайны. Эстафета байрағы артабан Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе полицияһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ