Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияларының 30 йыллыҡ юбилейын үткәреү буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рйесе Константин Толкачев етәкселегендә ойоштороу комитеты ултырышы үтте.
Конституция - дәүләттең юғары юридик ғәмәлгә эйә булған төп законы. Ил президенты Владимир Путин Рәсәй Конституцияһы йөкмәтекеһен граждандар, власть органдары һәм институттар яҡшы белергә, аңларға һәм әүҙем ҡулланырға тейеш, тине. Дәүләтебеҙ лидерының һүҙҙәре Башҡортостан Конституцияһына ла ҡағыла тип әйтһәм, яңылыш булмаҫ, тип билдерҙе Константин Толкачев.
Ошо уңайҙан ойоштороу комитеты Төп документты ҡабул итеүҙең 30 йыллығына арналған саралар планы проекттарын тикшерҙе. Тантаналы йыйылыш, "Башҡортостан республикаһы Конституцияһына 30 йыл: хоҡуҡи потенциал һәм яңы өҫтөнлөктәр" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын, уҡыусылар араһында интеллектуаль уйындар циклы, мәктәптәрҙә дәрестән тыш саралар, хоҡуҡи диктант, Йәштәр палатаһында парламент дебаттарын үткәреү, тематик күргәҙмәләр ойоштороу күҙаллана. Саралар республиканың барлыҡ муниципалитеттарында үтәсәк.



