20-се Ҡаҙағстан-Рәсәй төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы киләһе йылда Өфөлә уҙғарыла.Уны юғары кимәлдә ойоштороу өсөн эш башлана. Республикала шулай уҡ «Рәсәй - спорт державаһы» конгресы үткәрелә. “Был йыйындар сауҙа-иҡтисади, гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҡеүәт бирәсәк”, - тип иҫәпләй иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов.






