Йылайыр районы Матрай ауылында яңы спорт комплексы сафҡа инде

Башҡортостан Башлығы гранты фонды конкурсында еңеп сыҡҡан «Тыуған ауылға -спорт» һәм «Асыҡ спорт «төбәк проектттары сиктәрендә Йылайыр районы Матрай ауылында спорт комплексы сафҡа инде. Матрайҙарҙың шатлығын БЮТ ижади төркөм уртаҡлашты.

Матрай ауылында йәшәүселәрҙең йәше ҡарты спорт менән дуҫ.Ҡышын хоккей коробкаһында сәкән һуғып, саңғыла йөрөйҙәр, ял көндәрендә спорт залына йыйылып волейбол, мини футбол уйнайҙар.Шулай уҡ 2011 йылда ,,Мәктәптәрҙә спорт көрәше,, проекты сиктәрендә көрәш залы асылды. Яңы майҙансыҡ та буш тормаҫ,сөнки бында уҡыусылар ғына түгел ауыл халҡы ла шөғөлләнә аласаҡ.

Тантаналы сараға был комплексты булдырыуға үҙ өлөшөн индергән ҡунаҡтар ҙа саҡырылды. Улар буш ҡул менән килмәне.Ауылдың әүҙем спортсыларына, уны пропагандалаусыларға рәхмәт хаттары, мәктәпкә сифатлы туптар һәм ауылдың спорт ветераны Ғүмәр Ҡашҡаровҡа ,.Спартак,, йәмғиәтенең юбилей миҙалы тапшырылды.

Матрай мәктәбенең уҡыусылары район спартакиадаларында ла һынатмай, һәр саҡ призлы урындар яулайҙар. Волейбол,футбол, хоккей буйынса беренселекте бирмәйҙәр.9 класс уҡыусыһы Тамъян Ҡашҡаров уҙған йыл ГТО нормаларын алтын миҙалға тапшырҙы. Быйылғы уҡыу йылында яңы спорт комплексында шөғөлләнгән уҡыусыларҙың күрһәткестәре юғары булырына өмөт ҙур.

”Тыуған ауылға - спорт” проекты район үҙәгенән алыҫта ятҡан ауыл халҡын физкультура һәм спортҡа күпләп йәлеп итеүгә шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Быйылғы йылда проектта Йылайыр районынан тыш Саҡмағош, Бөрйән райондары ауылдары ҡатнашып еңеүсе булды.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ