Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы йыйылыш үтте

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бөгөн Өфөлә тантаналы йыйылыш үтте. Хоҡуҡ һаҡсыларын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне.

Был байрам оҙаҡ йылдар милиция көнө тип билдәләнде. 2011 йылда исеме үҙгәртелһә лә, эшмәкәрлектең асылы шул килеш ҡалды. Дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау, йәмәғәт тәртибен һәм илебеҙҙә йәшәүсе һәр кешенең тыныс тормошо тәьмин итеү.

Быйыл Башҡортостанда 9 ай эсендә 20 мең самаһы енәйәт асыҡланған, шуларҙың 4 меңе ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт. Һөнәри байрамдары бөгөн күп кенә хеҙмәткәрҙәр эш урында ҡаршылай. Ә ҡайһы берҙәре тауған илдең имен киләсәге өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша, яңы субъекттарҙа тәртип урынлаштыра. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда хоҡуҡ һаҡлау органдарының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бирелә.

Бөгөн дә республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына яңы автомобиль асҡыстары тапшырылды. Тантаналы йыйылышта бер төркөм хеҙмәт алдындағылары дәүләт наградалары менән дә бүләкләнде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ