Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре республика халҡына юлдағы хәүефһеҙлек тураһында һөйләне. Рейдттар федераль юл агентлығы менән берлектә ойошторолдо. Водителдәргә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлатҡан иҫкәртмәләр таратылды.
Йыл башынан Башҡортостанда ике мең туғыҙ йөҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 315 кешенең ғүмере өҙөлгән, өс мең ярым кеше йәрәхәтләнгән. Киләһе ял көндәрендә Башҡортостан юлдарында иҫерек водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында күләмле тикшереүҙәр уҙа.10 ай эсендә улар 300-ҙән ашыу аварияға эләккән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәргә көҙгө икеләтә юлда иғтибарлы булырға, дистанцияны һаҡларға һәм эскән килеш руль артына ултырмаҫҡа саҡыра.






