Был дата быйыл тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға менән тап килә, социаль партнерлыҡ системаһы булдырылыуға 30 йыл. Ошо айҡанлы бөгөн Өфөлә Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы советының ултырышы һәм социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссияһының тантаналы ултырыш үтте. Сарала Рәсәй, Башҡортостан конкурстары еңеүселәре тәбрикләнде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы көньяҡ зоналағы иң ҙур медицина учреждениеһы, ул сибайҙарҙы ғына түгел, күрше райондар халҡын да хеҙмәтләндерә. Һуңғы йылдарҙа дауаханала медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлауға ла етди иғтибар бирелә. Был учреждениеның коллектив килешеүе лә һәр береһенең ихтыяжын иҫәпкә алып, теләк-тәҡдимдәргә нигеҙләнеп төҙөлгән. Социаль патнерлыҡ буйынса беренсе дәрәжә дипломы ла сибайҙарға тапшырылды.
Бөрйән районы дауаханаһы профсоюздарының эш тәжрибәһе лә иғтибарға лайыҡ. Ойошма ағзалары социаль проблемаларҙы һөҙөмтәле хәл итә, бынан тыш улар төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Профсоюз федерацияһы- Рәсәйҙәге бай тәжрибәле ойошмаларҙың береһе, уның быуаттан ашыу тарихы бар. Башҡортостан вәкилдәре лә йылдар дауамында ябай хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса уңышлы эш алып бара. Республикала Хөкүмәте, профсоюздар һәм эш биреүселәр араһында өс яҡлы хеҙмәт килешеүе тормошҡа ашырыла.
Лайыҡлы хеҙмәт шарттары, эш хаҡы, хәүефһеҙлек һәм башҡалар. Профсоюздар ойошмаһы күп ҡырлы эшмәкәрлек алып бара. Тантанала Федерация менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек иткән министрлыҡ-ведомство етәкселәренә, социаль конкурс еңеүселәренә наградалар, бүләктәр тапшырылды. Белгестәр әйтеүенсә, финанс-иҡтисади үҫеш нигеҙендә социаль партнерлыҡ та ята. Сөнки кадрҙарға ҡарата хөрмәт, ихтирам булғанда ғына юғары күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова






