Уҫаҡкисеү ауылынның элекке колхоз биләмәһендә ойошторолған крәҫтиән-фермер хужалығы быйыл да планды арттырып эшләгән. Һөҙөмтәлә келәттәр төрлө культуралар менән тулы. Бөгөн ойошманы уны һатыу мәсьәләһе борсой. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Уҫаҡкисеү ауылындағы крәҫтиән-фермер хужалығы быйыл да мул уңышҡа һөйөнә. Үҫемлекселек һәм һөтлө һәм итле малсылыҡ йүнәлешендә махсуслашҡан предприятиеның дүрт келәте лә иген менән тулы. Киләһе йыл сәсеүгә лә, ҡулаҡсаға әйләндереүгә лә етә.
Бишбүләк районының элекке колхоз биләмәһендә ойошторолған хужалыҡ бөгөн төбәктә алдынғылар иҫәбендә. 3 мең гектарҙа ер эшкәртелә , йөҙҙәрсә баш ал аҫрала. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа техника паркын да яңыртыуға өлгәшелгән.
Бөгөн ауыл эшсәндәрен борсоған төпә мәсьәлә тауар әйләнешенең тотороҡһоҙлоғо. Яғыулыҡ-майлау материалдары ҡиммәтләнгәндә , аҙыҡ-түлеккә хаҡтар бер кимәлдә ҡала. Шуға ла бөгөн эште яйға һалыу мөһим. Алдағы көндәрҙә хужалыҡ көнбағыш урыуға төшөрөргә ниәтләй. Шулай уҡ сеймалды һатыу мәсьәләһе лә ҡарала.
Азат Ғәлиуллин






