Баш ҡалала хоҡуҡ һаҡлау органдары көнөнә арналған сара үтте

Һәләттәр ҡалаһы ижадты үҫтереү үҙәгендә хоҡуҡ һаҡлау органдары көнөнә арналған сара үтте. 7-се саҡырылыш Ҡоролтай Депутаты , Генерал Шайморатов һәм Батырлыҡ ордены кавалеры Артур Ғәлиев юнармия сафындағы үҫмерҙәргә ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ тойғоһо тураһында һөйләне.

Шулай уҡ полиция хеҙмәтенә ғүмерен арнағандар был эштең үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшкә инеү өсөн ниндәй уҡыу йорто тамамларға, ҡайҙа белем алырға икәнлеге тураһында һөйләне. Һәләттәр ҡалаһы үҙәгендә былтыр Бөтә рәсәй хәрби- патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең ресурс үҙәге асылған. Унда беренсел хәрби, медицина һәм физик әҙерлек дәрестәре үткәрелә. Хәрби хәрәкәт ветерандары менән осрашыуҙар ойошторола. Быйыл үҙәктә Йәш командирҙар проекты тормошҡа ашырыла башланы.

Йәштәргә үҙемдең махсус хәрби операцияла үткән юлым һәм патриотлыҡ, уның хәҙерге ваҡытта әһәмиәте тураһында һөйләнем. Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙем. Аҡыллы үҙ илен яратҡан шәхестәр тәрбиәләү беҙҙең бурыс тип һанайым.

Артур Ғәлиев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ