Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор тураһында яҙҙы

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан батальондарының рухи остаздары Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор тураһында яҙма менән бүлеште. Бөгөн ике дин вәкиле иңгә-иң терәшеп алғы һыҙыҡта. Улар йылдан ашыу беҙҙең яугирҙар янында махсус хәрби операция биләмәһендә, дошман менән көрәшә. Көн һайын улар рухи ҡаһарманлыҡ ҡыла, эше һәм һүҙе менән Ватан һаҡсыларына терәк булып тора. «Рухи ҡәрҙәшлек» улар тураһында төшөрөлгән фильм. Әгәр эфирҙан ҡарап өлгөрмәһәгеҙ, ярты сәғәтегеҙҙе бүлеп интернаттан ҡарағыҙ. Был беҙҙең яугирҙар һәм дин әһелдәренең шанлы тарихы,- тип яҙған Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ