Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник һәм Башҡорт дәүләт университеттары берләшеүе һөҙөмтәһендә булдырыла. Ошо уңайҙан «Торатау» Конгресс-холлында фәнни-интерактив күргәҙмә ойошторолдо. Унда юғары уҡыу йортоноң бөтә институттары, факультет һәм филиалдары үҙ эшләнмәләрен һәм экспонаттарын тәҡдим итте.
Яңы форматта эшләгәндән университет бер йыллыҡҡа йомғаҡ яһаны. Бөгөн юғары уҡыу йортонда 47 меңдән ашыу студент белем ала. «Өҫтөнлөк 2030» һәм «Алдынғы инженерлыҡ мәктәбе» кеүек федераль проекттар тормошҡа ашырыла. Университет Евразия фәнни белем биреү үҙәге составына инә. Юғары уҡыу йорто структураһына 13 факультет һәм бер институт, Бөрө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы 6 филиал ҡарай. Яҡын арала Өфө фән һәм технологиялар университеты милли тикшеренеү университеты буласаҡ.



