Илебеҙ башҡалаһында йәшәгән яҡташ әҙиптең йөрәге 93-cө йәшендә Мәскәү дауаханаларының береһендә тибеүҙән туҡтаны. Билдәле драматург-публицист 1931-cе йылдың 26 июнендә Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуған. Урта мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң Бшҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетында уҡыған. 1953-1956 йылдарҙа Горький исемендәге әҙәбиәт инситтутында асирантура тамалаған. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт педагогия универстетында башлай. Башҡалаға күсеү менән яҙыусылыҡ эшенә тотона.
Әҙәбиәткә1963 йылда талантлы совет шағиры Сергей Чекмаревтың эшмәкәрәлегенә һәм аяныслы яҙмышына арналған «Онотма, мине ҡояш!» драмаһы менән аяҡ баҫа. 70-се йылдарҙа Вахтангов театрында төп ролдә Василий Лановой тарафынан уйналған «13-сө председатель» драмаһы авторға бөтә ил күләмендә билдәлелек алып килә. Драма йөҙҙән ашыу театр сәхнәһендә ҡуйылған.Болгария, Чехословакия, Америка ҡушма штаттары һәм башҡа илдәрҙә сәхнәләштерелгән. 1985-се йылда драматург был әҫәрҙең дауамын «Һуңғы патриарх» ты яҙа. Яҙыусы социаль мәсьәләләрҙе, илебеҙ тарихында һынылышлы осорҙарҙы оҫта итеп һүрәтләүе менән әҙәбиәттә яҡты эҙ ҡалдырыусы ла. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин васыяты буйынса Мәскәүҙә Востряковский зыяратында ер ҡуйынына тапшырыласаҡ.






